Рәсәйҙең Финанс министрлығы эшһеҙлек пособиеһының күләмен күтәрергә йыйына

Әлеге ваҡытта министерство тарафынан ошондай закон проекты әҙерләнә. Эшһеҙҙәр өсөн пособиелары күләме 2019 йылдың ғинуарында арттырыласаҡ.

Фото №1 - Рәсәйҙең Финанс министрлығы эшһеҙлек пособиеһының күләмен күтәрергә йыйына

Яңы акт, пособие түләүҙәренең иң түбән һәм юғары күләмен билдәләйәсәк. Әлеге ваҡытта эшһеҙҙәргә 977 һум 50 тиндән алып 5 635 һумға тиклем түләүҙәр ҡаралған.

Иҫәп палатаһы рәйесе Татьяна Голикова “Рәсәй гәзите”нә биргән интервьюһында: кешеләрҙе пособие ҡыҙыҡһындырмай, сөнки был аҡсаға йәшәү мөмкин түгел, тип әйткәйне. Түләүҙәрҙе юллар өсөн күп белешмә ҡағыҙҙар йыйырға һәм мәшғүллек үҙәгенә иҫәпкә торорға кәрәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ