Иртәгә, 31 мартта, республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы, төндә бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә.
Һауа температураһы республикала төндә -10, -15 градус һалҡын, урыны менән -20, -25 градусҡаса түбәнәйә. Көндөҙ 0-дән -7 градусҡа тиклем һалҡын, таулы райондарҙа +3 градус йылы. Өфөлә төндә -9, -11, ҡала ситендә -18, көндөҙ -1, -3 градус һалҡын. Алдағы ике көндә һауа температураһының артабан да күтәрелеүе, күпселек райондарҙа ҡар һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә.




