Өфөлә бурыслыларҙың автомобилдәре аукционда һатыласаҡ

Суд приставтары хеҙмәте бурыслыларҙың автомобилдәрен һатыу ойоштора. Дөйөм алғанда граждандар иғтибарына 13 лот тәҡдим ителә , улар араһында 8 автомобиль.

Аукционда ҡатнашыр өсөн 16 апрелгә тиклем ғариза яҙып залог түләргә кәрәк. Һатыуҙар 27 апрель Цюрупа урамы, 95 адресы буйынса ойошторола.

Һатыласаҡ автомобилдәр исемлеге:

1. Lada Priora, 2012 йылғы, башланғыс хаҡы 220 000 һум.

2. Lifan Smily, 2013 йылғы, башланғыс хаҡы 162 000 һум.

3. Lada Priora, 2012 йылғы, башланғыс хаҡы 381 470 һум.

4. Богдан-2111, 2012 йылғы, башланғыс хаҡы 160 000 һум.

5. Honda CR-V, 2008 йылғы, башланғыс хаҡы 560 000 һум.

6. Lifan Cebrium, 2014 йылғы, башланғыс хаҡы 211 773 һум.

7. Mazda СХ-5, 2013 йылғы, башланғыс хаҡы 1 140 000 һум.

8. Opel Corsa, 2012 йылғы, башланғыс хаҡы 435 000 һум.