“Башҡортостандың ҡала яны пассажирҙары компанияһы” 1 апрелдән ҡала яны поездарының йөрөү ваҡыты үҙгәртеүе тураһында хәбәр итә.
1 апрелдән Өфө – Яңы Абҙаҡ һәм Яңы Абҙаҡ – Өфө поезы хәрәкәтен туҡтата.
Инйәр – Өфө поезы Равтау станцияһынан 9 минутҡа һуңғараҡ ҡуҙғаласаҡ.
Ҡандра – Өфө поезы хәҙер Шаҡшаға тиклем йөрөйәсәк. Был йәһәттән маршрут туҡталыштары ла үҙгәрә: Ҡандра, Воронки, 1629 саҡрым, Парк туҡталышы, Черниковка, Спорт туҡталышы, Шаҡша.





