Өфөнөң өсөнсө бала табыу йорто икенсе йәшлеген кисерәсәк

Бөгөн Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов ярты быуаттан ашыу элек төҙөлгән медицина учреждениеһы менән яҡындан танышты. Әлеге ваҡытта иҫкергән бинаны реконструкциялау проекты әҙерләнгән. Шулай уҡ киләсәктә бында майҙаны ун мең квадрат метрға яҡын яңы корпус төҙөү ҙә ҡаралған. Эштәрҙе 2020 йылға тиклем атҡарып сығыу өсөн республика етәксеһе Хөкүмәткә етерлек финанстар менән тәьмин итеү бурысы ҡуйҙы.

Фото №1 - Өфөнөң өсөнсө бала табыу йорто икенсе йәшлеген кисерәсәк

Өфөнөң өсөнсө бала табыу йорто сабыйҙарҙың шат ауазынан яңғырап тора. Йыл башынан алып бында 670, ә былтыр 4 меңдән ашыу бала донъяға килгән. Әммә һуңғы ваҡытта демографик «соҡор» барлыҡҡа килеүе һөҙөмтәһендә тыуым кимәленең кәмеүе күҙәтелә. Шуға ҡарамаҫтан, республикала хәл әллә ни насар ҙа түгел. Сөнки балалы ғаиләләргә дәүләт тарафынан бар яҡлап та ярҙам күрһәтелә.

Өсөнсө бала табыу йорто эшмәкәрлеге менән Рөстәм Хәмитов танышты. 1957 йылда төҙөлгән бина бөгөн заман таптарына яуап бирмәй. Сөнки урындар етешмәү менән бер рәттән, инженер селтәрҙәре иҫкергән һәм елләтеү системаһы менән дә проблемалар килеп тыуған. Мәсьәләне хәл итеү өсөн әлеге ваҡытта иҫкергән бинаны реконструкциялау проекты әҙерләнгән. Бынан тыш, яңы корпус төҙөү ҙә ҡаралған. Эштәрҙе атҡарып сыҡыу өсөн бер миллиард ярым һум самаһы аҡса кәрәк. Рөстәм Хәмитов төҙөлөштө быйыл башлап, 2020 йылға тамамлау кәрәклеген билдәләне.

«Һаҡсыл поликлиника» проекты сиктәрендә 32-се поликлиникала төҙөкләндереү эштәре башҡарылған. Хәҙер бында пациенттар ағымын көйләү өсөн ике терминал эшләй. Улар сиратты кәметеүгә булышлыҡ иткән. Шулай уҡ табипҡа тиклемге ҡабул итеү бүлмәһе һәм өйҙә тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү бүлексәһе ойошторолған. ЭКГ һөҙөмтәләренә анализ биреү һәм ситтән тороп теркәү системаһы ла халыҡ уңайлығы өсөн эшләнгән.

Ошонда уҡ Башҡортостан башлығы «Һаҡсыл Хөкүмәт» проектын ғәмәлгә ашырыуға арналған кәңәшмә үткәрҙе. Бөгөн республиканың барлыҡ министрлыҡтары ла был проектты тормошҡа ашырыу буйынса әүҙем эш алып бара. Ул власть органдары эшмәкәрлеген ҡулайлаштырырға, идара итеүҙә системалы алым булдырырға мөмкинлек бирер ти көтөлә.

Кәңәшмәлә ҡайһы бер министрлыҡтар проекты ғәмәлгә ашырыу барышы менән таныштырҙы.

Проект бөгөн илдең алты төбәгендә тормошҡа ашырыла. Улар араһында Башҡортостан әлегә иң яҡшыһы тип танылған. Программа авторҙары фаразлауынса, киләсәктә «Һаҡсыл Хөкүмәт» һөҙөмтәләре чиновниктарҙың ғына түгел, ябай халыҡтың да тормошош күпкә еңеләйтергә ярҙам итәсәк.

Авторы: Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ