Сарала ренспублика хөкүмәте Премьер-Министры Рөстәм Мәрҙәнов, башҡа рәсми вәкилдәр һәм эшҡыуарҙар ҡатнашты.
Төркиә вәкилдәре әйтеүенсә, Башҡортостан иҡтисади йәһәттән ҡеүәтле төбәк һәм сит ил инвесторҙарында ҡыҙыҡһыныу уята. Республикала төрөк капиталы ҡатнашлығында дүрт тиҫтәнән ашыу предприятие эшләй. Сит ил эшҡыуарҙары нефть химияһы, мебель сәнәғәте, автомобилдәр эшләү өлкәһенә аҡса индерергә әҙер. Киләсәктә ике яҡ араһындағы тауар әйләнеше 10 миллиард долларҙан ашыр тип көтөлә. Осрашыуҙа шулай уҡ көнбайыш һәм Украина санкциялары шарттарында тауар әйләнешен тәьмин итеү юлдары ла барланды.




