Хеҙмәткәрҙәр именлегенә һалынған бер һум, өс һумлыҡ табыш килтерә

Был туралда бөгөн хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә билдәләнде. Форум Волга буйы федераль округының башҡарма власть органдары вәкилдәрен йыйҙы. Иғтибар үҙәгендә Башҡортостан тәжрибәһе. Ведомствоның эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә эш урындарында үлем осраҡтарын 35 процентҡа кәметергә мөмкинлек биргән. Былтыр ғына ике мең ярымдан ашыу эш биреүсе хеҙмәткәрҙәренең эш шарттарын һәм хеҙмәт именлегенә 280 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлткән. Шуға ҡарамаҫтан етешһеҙлектәр ҙә осрап тора. Йыш ҡына улар кеше факторына бәйле тигән фекерҙә белгестәр.

Фото №1 - Хеҙмәткәрҙәр именлегенә һалынған бер һум, өс һумлыҡ табыш килтерә

Салауат Сәғитов, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары: «Беҙҙә тотош Рәсәй кимәлендә хәүефле тармаҡтар бар. Был тәү сиратта төҙөлөш, ауыл хужалығы, сәнәғәт һәм транспорт. 4-5 тармаҡта производстволағы күңелһеҙ хәлдәр йыш төркәлә. Был йәһәттән тәғәйен йүнәлеш буйынса эшләүсе министрлыҡ һәм ведомстволар ойошмалар менән етди эш алып барабыҙ».

Республикала хәүефһеҙ хеҙмәт шарттарын булдырыу буйынса алып барылған эште федераль ведомство вәкилдәре лә юғары баһаланы. Барлыҡ өлкәләргә, шул иҫәптән заманса етештереү линияларына һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ла иғтибар бүленә. Башҡортостан тәжрибәһен округтағы күрше өлкәләр ҙә үҙләштерәсәк.

Валерий Корж, Рәсәй хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының хеҙмәт шарттары һәм именлеге департаменты етәксеһе: «Был сараларҙы 2019 йылда имен хеҙмәт дәүләт программаһы сиктәрендә башларға иҫәп тотабыҙ. Маҡсатыбыҙ формаль булмаған ҡараштың өҫтөнлөктәрен аңлатыу. Дөрөҫөн әйткәндә хеҙмәткәрҙәренең именлеген тәьмин итеү, уңайлы эш шарттары булдырыу бизнес өсөн дә отошло. Һөҙөмтәлә күрелгән саралар табыш күләмен арттырыуға булышлыҡ итә».

Авторы: Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ