Республика сауҙа үҙәктәре янғын хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирәме?

Кемеров ҡалаһындағы фажиғәнән һуң Башҡортостанда ла халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлешен тикшереү дауам итә. Бөгөн прокуратура һәм янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү буйынса дәүләт инспекторҙарының сираттағы профилактик сараһы Өфөнөң «Аркада» сауҙа комплексында үтте.

Фото №1 - Республика сауҙа үҙәктәре янғын хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирәме?

Янғын сигнализацияһының төҙөклөгөн тикшереү өсөн төтөн сығарыусы махсус прибор ҡулланыла. Хәүефһеҙлек ҡоролмаһы шул уҡ секундта халыҡты иҫкәртә башлай. Улар эшләй. Хәүеф сығыуы тураһында ла теүәл иҫкәртте.

Тәүге етешһеҙлек .Ҡоролмаға яҡын бармайынса уның ни һөйләгәнен аңлап та булмай. Сиратта һауа елләтеү приборҙары . Улар ҙа тоҡана. Автоматик рәүештә запас ишектәр ҙә асылдыҠотҡамрыусылар әйтеүенсә, эвакуация өсөн кешегә 3 минут ваҡыт талап ителә. Был ҡағиҙә буйынса, ә ысынбарлыҡта барыһы ла ыңғай ғына түгел.

Сәбәбе елләтеү ҡоролмаһының баҫымы юғары булыуында тигән һығымтаға килде белгестәр. Төҙәтергә һүҙ бирҙеләр. Иғтибарҙан янғын һүндереү щиттары ла ситтә ҡалманы. Сираттағы етешһеҙлек. Һыу һиптереү шлангыһы дөрөҫ йыйылмаған.

Янғын хәүефһеҙлеге сауҙа үҙәгенең бар ҡатында ла тикшерелде. Тәү сиратта балалар уйын майҙансыҡтары, халыҡтың дөйөм туҡланыу һәм аҙыҡ-түлек менән сауҙа иткән урындарға иғтибарға ителде.

Сауҙа үҙәгендә күҙгә ташланған етешһеҙлектәр булыуға ҡарамаҫтан, дөйөм баһаны янғын хәүефһеҙлеген һынау лабораторияһы тикшереүҙәре бирәсәк. Тупаҫ хаталар ебәрелгән тип табылған хәлдә, комплекс етәкселегенә ҡарата процессуаль ҡарар сығарылыуы ихтимал.

Авторы: Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ