Осраҡ баш ҡаланың Совет районында теркәлгән. Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, наркотиктар таратыуҙа ғәйепләнеүселәрҙе ҡулға алған ваҡытта ике хоҡуҡ һаҡсыһы йәрәхәтләнгән. Енәйәтселәр ҡасып өлгөрә. Әммә патруль-пост хеҙмәткәрҙәре бысаҡ менән ташланған ирҙең әшнәһен ҡулға алыпөлгөрә. Тентеү барышында уның кеҫәһендә полиэтилен пакетта наркотикка оҡшаған матдә табыла. Полиция хеҙмәткәрҙәрен йәрәхәтләүсе икенсе ирҙе эҙләү дауам итә. Зыян күреүсе хеҙмәткәрҙәр медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң өйҙәренә ҡайтарылған.
Максим Родионов, Башҡортостан республикаһы буйынса эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе: «Патруль пост хеҙмәткәрҙәре үҙҙәрен шикле тотҡан ике ирҙең докуметтарын талап иткән саҡта, берәүһе хоҡуҡ һаҡсыларына бысаҡ менән ташлана. Бер хеҙмәткәрҙең ҡулы, икенсеһенең янбаш һөйәге йәрәхәтләнә. Зыян күреүҙәренә ҡарамаҫтан, улар енәйәтсенең әшнәһен ҡулға ала».




