Ҡырмыҫҡалы районы Талпаҡ күлендә йәнә балыҡ тонсоға

Боҙ аҫтында ҡалған йән эйәләренә кислород етешмәй. Күлдәге тереклеккә бөгөн балыҡсылар ярҙамға килде.

Уйылған мәкенән сурағай үҙе ҡулға һикерҙе ти Мансаҙы ауылынан Флүр Вәлиев. Оҙайлы ҡыш дауамында боҙ аҫтында кислород кәмей. Һөҙөмтәлә балыҡтар тонсоға башлай. Талпаҡ күле тәжрибәле балыҡсының яратҡан ял итеү урыны. Шуға ла һыу ятҡылығындағы тереклекте һаҡлап ҡалыуҙы ул мөҡәддәс бурыс тип иҫәпләй.

Талпаҡ кисә тонсой башлаған. Балыҡтарҙы ҡотҡарыу маҡсатында күлгә эргә-тирәләге райондарҙан йөҙләгән балыҡсы йыйылған. Әлбиттә улар еңел табыш артынан да килә. Әммә уйылған мәкеләр һыу ятҡылығын кислород менән байыта. Тимәк балыҡтарҙың күпселек өлөшө үлемдән ҡотола.

Башҡортостанда әле «Балыҡты тонсоғоуҙан ҡотҡар» тип аталған махсус акция дауам итә. Бер ай дауамында республика йылға-күлдәрендә боҙ ҡатламын уйыу һәм һыуҙы килородҡа байытыу саралары күрелә.

Авторы: Рафиҡ Әхмәтшин