Быйыл шулай уҡ республиканың 11 муниципалитетында объекттарға кадастр тикшереүе ойошторола

Уға ярашлы ер участкаларының, объекттарҙың урынлашыуында реестр хаталары асыҡланасаҡ.Ошо маҡсатта республикаға федераль ҡаҙнанан аҡса бүленә. Проект илдең 13 төбәгендә пилот проекты рәүешендә һынау үткән. Тайпылыштар булһа, махсус комиссия уны төҙәтеү буйынса эш алып барасаҡ.Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем 40 меңдән ашыу объектта кадастр тикшереүе үткәреләсәк. Комплекслы эш был йәһәттән тәртип урынлаштырыуҙы күҙ уңында тота.

Фото №1 - Быйыл шулай уҡ республиканың 11 муниципалитетында объекттарға кадастр тикшереүе ойошторола

Ленара Дегтярева, Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары: «Капиталь төҙөлөш барған майҙандар, урамдар, йәмәғәт урындары - бөтәһенә лә кадастр тикшереүе үткәрелә. Рееестрҙа хаталар барлығы мәғлүм һәм ысынбарлыҡ менән документтарҙағы теркәүҙәр тап килергә тейеш».

Авторы: Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ