Өфө вольеры дүрт айыу балаһы менән тулыланды

Тайыштабандар ғинуар айында уҡ донъяға килгән. Әммә хәҙер айыуҙар ҡышҡы йоҡонан уянғас, балаларын инәләренән айырып алғандар, бәләкәстәр йылы вольерға урынлаштырылған. Айыу балалары нимә менән туҡлана һәм үҙҙәрен нисек тота?

Фото №1 - Өфө вольеры дүрт айыу балаһы менән тулыланды

Кисә генә инәләре ҡуйынында иркәләнгән тайыштабандар, бөгөн айырым бүлмәлә. Башта төрлө яҡтан фото, видео камералар яҡтылығына баҙап ҡалған хайуанҡайҙар, күп тә үтмәй үҙгәрешкә өйрәнеп тә китте. Вольерҙа улар менән тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр эшләй.

Радик Шакиров, вольер хужалығы хеҙмәткәре: «Дүртеһе дүрт төрлө. Берәүһе уҫал, икенсе яҡшы тип әйтеп булмай. Әммә һәр береһенә айырыуса тәрбиә талап ителә. Ваҡытында ашатып торабыҙ. Әлегә уларҙы тышҡа сығармайбыҙ».

Хайуандарҙы өйрәтеүселәр фекеренсә, айыу балалары өңдән сығыу менән уларҙы инәләренән айырыу мотлаҡ. Шул саҡта ғына йыртҡыстар кешегә тиҙ өйрәнә һәм күнекмәләргә еңел бирелә. Был осраҡта көндәлек режимды ла теүәл үтәү мөһим.

Тайыштабандар дүрт инә айыуҙан, бер атанан донъяға килгән Йылы һөт менән һыйланып, улар ҡулға эйәләшеп бара, уйнай, шуға ла инәләренән айырылышыуҙы тиҙ онота, ти хеҙмәткәрҙәр. Ә бына вольерҙа әлегә инә айыуҙар янына яҡын барыу хәүефле.

Ҡарап тороуға ирмәк, шаян айыу балалары менән вольер хеҙмәткәрҙәре яҡшы мөнәсәбәттә. Әммә бер-ике айҙан йыртҡыс хайуандарға яҡын барыу тыйыла. Улар менән артабан махсус белемле белгестәр эшләйәсәк. Сөнки йылдағыса тайыштабандарҙы цирк артисы итеп, йә зоопарктарға тәрбиәгә аласаҡтар.

Авторы: Фәниә Юланова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ