Башҡорт ҡыҙы Гөлназ Ғөбәйҙуллина заманса бишалыш буйынса Донъя кубогының икенсе этабында алтын миҙал яуланы

Лос-Анджелеста уҙған ярыштарҙа яҡташыбыҙ алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәне. КонкУр, фехтование, пистолеттан атыу, йүгереү һәм йөҙөүҙе үҙ эсенә алған спорт бәйгеһендә икенсе, өсөнсө урындарҙы Италиянан Алиса Сотеро менән Венгриянан Тамара Алексеева бүлеште. Әйтергә кәрәк, иң көслө тәүге ун спортсы араһында Гөлназдан башҡа бер генә Рәсәй вәкиле лә булманы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бишалыш буйынса Донъя кубогының беренсе этабын быйыл февраль аҙағында Мысыр ҡабул иткәйне. Унда милләттәшебеҙгә туғыҙынсы урын менән генә ҡәнәғәтләнергә тура килде.

Авторы: Илдар Байбулатов

Фото №1 - Башҡорт ҡыҙы Гөлназ Ғөбәйҙуллина заманса бишалыш буйынса Донъя кубогының икенсе этабында алтын миҙал яуланы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ