Өфөнөң Дим биҫтәһендә урамдарҙы юл ситендә ҡалдырылған автомобилдәрҙән таҙартыу буйынса махсус рейд үтте

Торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлегенә ҡамасаулаған тимер аттарҙы урам һайын осратырға мөмкин. Хатта, күп автоһәүәҫкәрҙәр «туҡтарға ярамай» тигән билдә булыуына ла иғтибар итмәй. Махсус хеҙмәттәр был осраҡта ниндәй саралар күрә?

Эшкә ашығам һәм башҡа төр аҡланыуҙар урынһыҙ. Ҡағиҙә боҙғанһың икән, яуап тоторға кәрәк. Иртәнге сәғәттәрҙә автоинспекторҙар «туҡтарға ярамай» тигән билдә эргәһенә ҡуйылған тиҫтәләп ҡорос ат хужаһы менән осрашты. Тик ҡайһы бер автоһәүәҫкәрҙәр менән бәйләнешкә инерлек түгел, машиналары ла көҙҙән үк ҡышлауға ҡалдырылғанға оҡшай.

Автоһәүәҫкәр бында «туҡталыш ярамай» тигән билдәне генә түгел, ә машинаһы барлығын да онотҡан, ахыры. Тап ошондай «ҡышҡы умырзаялар» коммуналь хеҙмәттәр эшен тотҡарлай ҙа инде. Шунлыҡтан автоинспекторҙар хеҙмәткәрҙәр менән берлектә төрлө саралар күрә.

Был осраҡта коммуналь хеҙмәттәрҙең дә эше ырамлы бара. Әммә көн һайын юл ситендә ҡалдырылған машиналарҙың күплеге арҡаһында, юл таҙартыусы ҡеүәтле техниканы көрәк алмаштыра.

Ҡуялар, сөнки водителдәр әйтеүенсә, башҡа урын юҡ. Ихаталағы парковкалар һәр ваҡыт тулы. Шунлыҡтан Филиә Бикбулатованың да иртәһе штраф түләүҙән башланды.

Ә 20 метр алыҫлыҡта ғына «туҡтарға ярамай» тигән билдә. Водителдәрҙең битарафлығы юлды таҙартырға ҡамасаулап, транспорт хәрәкәтенә лә өҙөклөктәр килтереүе ихтимал. Шунлыҡтан коммуналь хеҙмәттәр автоинспекторҙар менән берлектә уларға ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә саҡыра. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хужаһы табылмаған осраҡта хеҙмәткәрҙәр машиналарҙы икенсе урынға күсереү хоҡуғына эйә.

Авторы: Фәниә Юланова