Халыҡ күпләп йыйылған башҡа объекттар ҙа күҙәтеү аҫтына эләгәсәк. Был хаҡта бөгөн янғын хәүефһеҙлегенә арналған түңәрәк өҫтәлдә билдәләнде. Унда төрлө ведомство вәкилдәренән тыш, депутаттар һәм эшҡыуарҙар журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Иң киҫкен мәсьәләләрҙең береһе - 2016 йылда индерелгән күҙәтеү каникулдарынан һуң бәләкәй бизнес субъекттарына планлы тикшереүҙәр өс йылға бер генә уҙғарыла. Етмәһә, был хаҡта эшҡыуарҙарға алдан иҫкәртмә лә ебәрелә. Башҡортостан парламентарийҙары федераль законға үҙгәрештәр индереп, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының вәкәләттәрен арттырыу яҡлы.
Өфө сауҙа үҙәктәрендә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең үтәлешен инициатив төркөм дә тикшерә. Йәмәғәтселәр үҙҙәре асыҡлаған тәртип боҙоуҙарҙы видеоға төшөрөп, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына хәбәр итеп бара. Киләсәктә улар башҡа ведомство вәкилдәре һәм власть органдары менән дә берлектә эшләргә ниәтләй.
Артур Иҙрисов, инициатив төркөм ойоштороусыһы: «Беҙ бер нисә сауҙа үҙәген урап үттек һәм шундай һығымтаға килдек - эвакуация юлдары асыҡлыҡҡа-асыҡ, әммә ҡайһы бер объекттарҙа ут һүндергестәрҙе еңел генә ысҡындырып алырлыҡ түгел, йә асҡыстары тура килмәй, йә башҡа сәбәп. Персоналға килгәндә, күптәр ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә белмәй. Эвакуация юлдары ҡайҙа, нисәү тигән һорауҙарға улар яуап бирә алманы».




