Стәрлетамаҡтағы идарасы компания етәкселеге түләүҙәрҙәге хаталарҙа 20 миллион һум аҡса үҙләштергән

Полиция мәғлүмәттәре буйынса, ойошма балансында күп фатирлы 58 йорт иҫәпләнгән. 2013 йылда тәьмин ителгән йылылыҡ энергияһын экономиялау иҫәбенә 20 миллион һум самаһы аҡса артыҡ ҡалған. Әммә компания директоры бар аҡсаны үҙ кеҫәһенә һалған. Әлеге ваҡытта уға ҡарата «Мутлашыу ярҙамында айырыуса ҙур күләмдә аҡса үҙләштереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото №1 - Стәрлетамаҡтағы идарасы компания етәкселеге түләүҙәрҙәге хаталарҙа 20 миллион һум аҡса үҙләштергән

Максим Родионов, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе: «Башҡортостандың эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Стәрлетамаҡта тикшереү ойошторҙо. Улар шулай уҡ идарасы компания офисында һәм енәйәттә ҡағылышы булған башҡа кешеләрҙең йәшәгән урындарында тентеү ойошторҙо».

Авторы: Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ