Башҡортостанда предприятиеларҙың эшселәргә хеҙмәт хаҡы буйынса 400 миллион һумдан ашыу бурысы бар

9 меңдән күберәк кешегә хеҙмәт хаҡы түләнмәгән. Был предприятиелар банкрот тип танылған һәм уларҙа идарасылар бөлгөнлөк эшен алып барыуҙы һуҙа. Ошо һәм башҡа закон боҙоуҙар Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы тарафынан асыҡлана. 2018 йыл башына республикала бөтәһе 789 предприятие банкрот тип танылған, уларҙың 22 -һе төҙөлөш ойошмалары. Мәғлүмәттәр буйынса, бөлгөнлөккә төшкән ойошмаларҙың эш хаҡы буйынса бурысының яҡынса 35 проценты ғына түләнә.

Динара Мәһәҙиева, Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы бүлеге етәксеһе: «Беҙ арбитраж идарасыларҙың эш хаҡы буйынса бурыстарын ҡайтарыу-ҡайтармауын контролдә тотабыҙ. Был тәңгәлдә закон боҙоуҙар күҙәтелһә, йыйылыштарҙа ҡатнашабыҙ».

Авторы: Рәмилә Исмәғилева