Йәмәғәт тәртибен һаҡлаусыларға йәшел юл

Өфөлә 119 предприятие вәкилдәре хоҡуҡ һаҡлаусылар менән берлектә ойошторолған киске профилактик рейдтарҙа ҡатнаша, йәғни өс меңдән ашыу кеше «Халыҡ дружинаһы» ағзаһы тип иҫәпләнә.

Йыл башынан ғына улар меңгә яҡын административ тәртип боҙоу осрағын теркәгән. Башлыса хулиганлыҡ, бәлиғ булмаған балаларҙың урамда яңғыҙ йөрөүенә бәйле протоколдар төҙөлгән. Билдәле булыуынса, дружинасылар араһында мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре күп. Баш ҡаланың Ленин районында урынлашҡан 284-се балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре лә был хәрәкәткә ҡушылып, әүҙем гражданлыҡ позицияһын һүҙҙә генә түгел, эштә лә күрһәтергә ниәтләй.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина