Башҡортостан Милли банкының яңы төҙөлгән корпусына «ваҡыт капсулаһы» һалынды

Ҡулаҡсаны һаҡлау, эшкәртеүсе юғары технологиялы касса үҙәге «Башҡортостандың 100 йыллығына 100 инвестиция проекты» проекты сиктәрендә төҙөлә. Ваҡыт капсулаһын һалыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, республика Милли банкы рәйесе Марат Кашапов һәм уның урынбаҫары Ринат Закиров, Рәсәй банкының күсемһеҙ милек буйынса департаменты директоры Вадим Тарасов һәм тармаҡ ветерандары, хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Өфөлә әле Милли банктың көньяҡ һәм төньяҡ өлөшөндә ике касса үҙәге эшләп килә. Үҙәккә Рәсәй банкынан яңы аҡса знактары килтерелә, шулай уҡ аҡса знактары һаҡлана, кредит ойошмаларына таратыла һәм әйләнештән кире алына. Шулай уҡ бында аҡсаны һанау, яһалмаларын асыҡлау, иҫкеләрен юҡ итеү кеүек операциялар башҡарыла. Яңыһы әлеге ике касса үҙәген алмаштырыр тип көтөлә. Был үҙ сиратында Рәсәй банкының ҡулаҡса әйләнеше өсөн бүлгән сығымдарын кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Яңы автоматлаштырылған технология менән эшләү ҡулаҡсаны йөрөтөүҙе, эшкәртеүҙе, кассала хеҙмәттәр күрһәтеүҙе оптималләштерер тип күҙаллана. Объектты 2019 йылдың тәүге кварталында сафҡа индереү ҡаралған. Капсула киләсәк быуынға аманат итеп ҡалдырыла, уның эсенә банк тураһында яҙмалар, фотоһүрәттәр, документтар тултырылды.

Марат Кашапов, Башҡортостан буйынса милли банк рәйесе: «Ваҡыт үтеү менән технологиялар, эш йөкмәткеһе, аҡсаның йөҙө үҙгәрәсәк. Киләсәк быуын беҙҙең заманда нисек булғанын белһен өсөн, капсула һалыуҙың әһәмиәте ҙур. Шулай уҡ был проект замандаштарыбыҙ өсөн дә мөһим. Аманат республиканың 200 йыллығына асылыр, тип күҙаллайбыҙ».

Авторы: Рәмилә Исмәғилева