Экология - тормош сифаты

Башҡортостан Башлығы эргәһендәге Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында етештереү ҡалдыҡтарын ҡулланыуҙа хоҡуҡи көйләү мәсьәләренә арналған ғилми-ғәмәли семинар уҙҙы. Сарала ҡатнашыусы эксперттар ауыл-ҡалаларҙа һәм производствола ҡалдыҡтарҙы йыйып эшкәртеүҙә урындағы үҙидара органдарына һәм был өлкәлә эшләүселәргә мәғлүмәти һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы.

Кәңәшмәлә ҡалдыҡтар менән эшләгәндә санитар-эпидимеологик талаптарҙы үтәү тәртибе өйрәнелде, ауыл ерендә ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү тәжрибәһе ҡаралды.

Наталья Логунова, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары: «Был ысынлап та мөһим һәм төп эшебеҙ. 1 майға төбәк операторҙары менән килешеүҙәр төҙөп бөтөргә тейешбеҙ. Ҡала етәкселәрен төбәк операторҙары менән урындарҙа эшләргә әҙер булырға саҡырабыҙ».

Авторы: Гүзәлиә Борханова