Әбйәлил эшҡыуары «Әсәлек капиталы» иҫәбенә йорттар төҙөй башлаған

Иҙел Әхмәтҡужин был алым йәш ғаиләләрҙең торлаҡ мәсьәләһен күпкә еңеләйтер тип иҫәпләй. Тәүге өс заказ бар ҙа инде. Өй һалғанда хужаларҙың теләктәре лә иҫәпкә алына.

Фото №1 - Әбйәлил эшҡыуары «Әсәлек капиталы» иҫәбенә йорттар төҙөй башлаған

Урман яғының тәбиғәте ҡырыҫ, көнөнә генә ҡырҡ төрлөгә әйләнә. Төндә сатлама һыуыҡ, көндөҙ йә иретеп ебәрә, йә буран сыға. Әммә таҡта ярыу цехында эш туҡтамай. Урман эше сыҙамлыҡ та, таһыллыҡ та талап итә. Предприятие йылына 2 мең кубометр тирәһе ағас сығара, материал урман хужалығы аша аукционда һатып алына. Иҙел Әхмәтҡужин быйылдан «Әсәлек капиталы» иҫәбенә йорт төҙөй башларға ла ниәтләй. Эшҡыуар әйтеүенсә, ағасты юллау, урмандан сығарыу өсөн оҙайлы ваҡыт та, матди сығымдар ҙа, махсус техника ла талап ителә. Ә был алым ошо мәшәҡәттәрҙән ҡотҡара. Иҙел Әхмәтҡужин урман эше менән 2-3 йыл элек шөғөлләнә башлай, тәүҙә улар заказ буйынса бура бурай. Әбйәлилдә ҡарағайҙан төҙөлгән йорттар Башҡортостандан тыш Татарстанға, Силәбе, Ырымбур өлкәләренә оҙатыла. Артабан инде ағас ярыу эше лә яйға һалына. Киләсәктә вагонка сығарыу ҡарала, әле мебель эшләү ҙә башланып тора.

Оҫталар йорт йыһаздарын боронғоса, ата-бабаларҙың ысулына таянып эшләй. Мәҫәлән, ултырғыстың тояҡтары тимер ҡаҙаҡтар менән түгел ағас менән тоташтырыла. Йәғни, экологик яҡтан таҙа, сифатлы продукция килеп сыға.

Йорт йыһаздарын эшләү менән Ансар Килдейәров шөғөлләнә, ғүмер буйы тимер араһында йөрөгән элекке механизаторға ағас эше еңел бирелмәй. Бер ултырғысты ике-өс көн юнған саҡтар була. Әммә түҙемлек, ижади ҡараш үҙенекен итә. Иң мөһиме һорау бар.

Әлбиттә, ихтыяж артыуы етештереү ҡеүәттәренең үҫеүенә лә йоғонто яһай. Был инде үҙ сиратында ерле халлыҡҡа эш урындары, ә ҡаҙнаға һалым тигән һүҙ.

Авторы: Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ