Якташыбыҙ Айһылыу Йәнтүрина «Урал батыр» эпосын Женевала һөйләгән

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында белем алып, бөгөнгө көндә Женевала йәшәүсе якташыбыҙ Айһылыу Йәнтүрина Берләшкән Милләттәр ойошмаһы үткәргән телдәр көнөндә ҡатнашып «Урал батыр» эпосын һөйләгән. Доньялағы күп телдәр араһынан ни бары 15, шул иҫәптән башкорт теле һайлап алынып, халкыбыҙҙың үлемһеҙ эпосын 63 мең кеше тыңлаған.

Фото №1 - Якташыбыҙ Айһылыу Йәнтүрина «Урал батыр» эпосын Женевала һөйләгән

Сибай институтының иктисад факультетында унышлы укыған Айһылыу Йәнтурина республика Президенты грантына эләгеп сит илдә укыуын дауам иткән 30 студенттын береһе була. артабан Женеванын халыҡ-ара иктисад институтында белем алыу, Берләшкән милләттәр ойошмаһында тәжрибә практикаһын үтеүгә ирешә. Унын һунында бар яклап та һәләтле кыҙҙы Женевала эшкә калдыралар. Бөгөн унын тормош иптәше, француз егете Гийом да башкорт телендә иркен һөйләшә. Ә проекттын үҙенә килгәндә, Берләшкән милләттәр ойошмаһында тыуған телдәргә арналған саралар йыш була. Ә был инновацион проект иһә үҙенсәлекле милләттәрҙе һәм һирәк янғырай торган телдәрҙе күрһәтеүгә йүнәлтелгән була. Айһылыу Женеванан беҙҙен менән бәйләнешкә скайп аша сыкты.

Айһылыу билдәле ғалим, фәндәр докторы Сәфәрғәле Йәнтүриндарҙын татыу, рухлы ғаиләһендә тыуып үскән. Сибай институты профессоры Сәфәргәле Искәндәр улы үҙе лә касандыр тыуған яктарына кайтып, бар ғүмерен фән эшенә, ошо як төбәктең үҫемлектәр, хайуандар доньяһын һәм экологияһын өйрәнеүгә арнаған.

Доньяла нисәмә мең тел бар, шулар араһынан ни бары 15, уның эсендә башкорт телененең булыуы һәм уны лайыҡлы күрһәтә алырҙай халкыбыҙҙын бер сағыу вәкиле - Айһылыу Йәнтүринаға афарин тип әйтергә генә кала. Ҡайҙа ғына, ниндәй генә илдә йөрөһәк тә Һәр кемгә халкы рухлы булыу ‐ шул етә.

Авторы: Гөлнур Ишбулатова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ