Сарала Арғаяш, Ҡоншаҡ, Сосновка райондарынан һәм башҡа төбәк оҫталары йыйылды. Кәштәләргә башҡорт халҡының милли костюмдары, биҙәүестәр, кейеҙҙән яһалған картиналар, милли кейемдәге ҡурсаҡтар һәм башҡа ҡул эштәре ҡуйылды.
Ҡоншаҡ районынан Сәлиә Заһитова башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме - ҡашмау, ырғаҡ менән бәйләнгән биҙәүестәр һәм шәжәрә ағасы төҙөп алып килгән.
Гөлнара Шафиҡова Көньяҡ Урал башҡорттары күкрәксәһен эшләргә өйрәнеп уны хәҙер башҡаларға ла еткерә. Билдәле булыуынса, Көньяҡ Уралда йәшәүселәрҙең һаҡалы башҡаларҙан үлсәме, формаһы менән айырыла. Гөлнара милли биҙәүестәр эшләргә өйрәнергә теләүселәр өсөн «Аулаҡ өй» проектын асҡан һәм унда оҫталыҡ дәрестәре ойоштора. Күргәҙмәлә Ҡурған башҡорттары милли костюмы ла күрһәтелде. Сара ҡунаҡтары Силәбе өлкәһе башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Морис Йосопов менән Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиле Амур Хәбибуллин боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап, киләсәк быуынға еткереү йүнәлешендә эшләүселәргә ошондай күргәҙмәләрҙе йышыраҡ ойошторорға, ҡул эштәрен һатыуға сығарыуҙы яйға һалырға кәрәклеген билдәләне һәм ярҙам итәсәктәрен белдерҙе.




