Учалы ҡалаһында Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына 185 йыл тулыуға арналған конференция үтте

Осрашыу күренекле дин әһеленең исемен мәңгеләштереү, киләсәк быуынға тапшырыу маҡсатында ойошторолдо.

Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, Зәйнулла ишандың башҡарған эштәре, уның шәхесе һәм яҙмышы һаман да ныҡлап өйрәнелмәгән. Шулай ҙа республика ғалимдары бөгөн уның әхлаҡи нигеҙҙәренә һәм суфыйлыҡ йүнәлеше вәкиле булараҡ эшмәкәрлегенә ҙур әһәмиәт бирә. Юбилейға арналған конференцияла ла улар үҙҙәренең һуңғы ғилми-эҙләнеү эштәре һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.

Учалыла Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына 185 йыл тулыуға арналған саралар бының менән генә сикләнмәй. Апрелдә төбәктә мөнәжәтселәр бәйгеһен уҙғарыу ҡаралған. Ә инде конференция

«Арғымаҡ» этно-рок төркөмө сығышы менән тамамланды. Улар халыҡты иман юлына баҫырға саҡырҙы.

Авторы: Илдар Байбулатов