Өфөлә нәфис һүҙ һөйләүселәрҙең халыҡ-ара конкурсы үтте

Мәктәп уҡыусылары араһында ойошторолған сарала республика район-ҡалаларынан 150-гә яҡын бала ҡатнашты. Улар бәйгелә рус әҙәбиәтенең «алтын фонды»на ингән проза әҫәрҙәре буйынса сығыш яһаны. Бәйгеселәр араһында тасуири һөйләүселәрҙән тыш, сәхнәләштереүселәр ҙә табылды. Баһалама ағзалары ҡатнашыусыларҙың йылдан-йыл артыуын билдәләй. Был юлы ҡайһы бер район мәктәптәренән биш-алты уҡыусы ҡатнаша.

Халыҡ-ара конкурс быйыл 5-се тапҡыр ойошторола. Ошо ваҡыт эсендә әҙәби проектта Рәсәйҙең 85 төбәген 10 миллионға яҡын мәктәп уҡыусыһы ҡатнашҡан. Конкурс биш этаптан тора. Мәктәп, район, төбәк-ара турҙарҙы уңышлы үткәндәр Мәскәүгә саҡырыла.

Авторы: Азат Ғәлиуллин