Тамашасыға ул талантлы бейеүсе булараҡ билдәле.
Ижад кисәһендә бигерәк тә бер туғандарҙың сығышы тамашасыны битараф ҡалдырманы. Икеһе лә сәнғәт кешеһе. Береһе дәртле бейеүҙәре менән алдырһа, ә Башҡортостандың халыҡ артисы Римма Амангилдина матур йырҙары менән әсир итә. Дамира Амангилдина бенефисында тамашасыға киң билдәле бейеүҙәрен тәҡдим итте. Улар араһында башҡорт, рус һәм сит ил композициялары ла бар. Сәхнә оҫтаһының ижады халыҡсанлығы, юғары башҡарыу һәләте менән айырыла.




