Башҡортостан йәштәрен 1 апрелдән әрмегә оҙаталар. Саҡырыу кампанияһы 15 июлдә тамамланасаҡ.
Был ваҡыт арауығында егеттәр медицина комиссияһы үтә, сәләмәтлеге буйынса хеҙмәткә яраҡлылар әрмегә алына. Хәрби хеҙмәт ваҡыты оҙайтылмай, шул килеш ҡалыуын да билдәләп үтәбеҙ.
Үткән йылды Рәсәй Президенты Владимир Путин хәрби хеҙмәттә булмаған йәштәрҙе дәүләт органдарына эшкә алмау тураһындағы федераль законға ҡул ҡуйҙы.
Әрме шарттарына килгәндә, хәҙер һәр һалдатҡа шәхси гигиена әйберҙәре менән сумка бирелә. Отбой ваҡыты 30 минутҡа оҙайтылды, ә төшкө аштан һуң йоҡо сәғәте бирелә.




