Нефтекама ҡалаһы юлдарында ҡыҙыҡлы хәл: бер ниндәй ҙә махсус саралар күрмәйенсә машина менән гараж күсергәндәр. Урындағы ваҡиғанан фотолар социаль селтәрҙәргә эләккән.
Шаһиттар хәбәр итеүенсә, гаражды Магистральный урамынан һөрәгәндәр. Бынан һуң асфальттың бер аҙ боҙолоуы теркәлә. Интерент ҡулланыусылары бындай ҡылыҡҡа ҡәнәғәтһеҙлек белдерә.
“Автор, ялҡауланмай ғына ЮХХДИ-ға мөрәжәғәт ит”, - тип кәңәш итәләр унда.




