Үлемесле фажиғә Аҡбирҙе ауылы янында була. Машина руле артында 23 йәшлек Өфө егете булыуы билдәле.
Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итеүенсә, 3-сө курс студенты әсәһенең “Фольксваген Поло” автомобилендә булған. Ул светофорҙың ҡыҙыл төҫөнә үтеп поезд аҫтында ҡала.
Алған яраларҙан водитель һәм уның 32 йәшлек пассажиры вафат була. Хәл-ваҡиға буйынса асыҡлау эштәре башҡарыла.




