Миловка ауылы янындағы күперҙән машина ауған. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, фажиғә бөгөн, 2 апрелдә, иртәнсәк була. Водитель һәм пассажирҙарҙың һаулығы тураһында мәғлүмәт әлегә билдәһеҙ.
Хәл-ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар һәм ашығыс ярҙам бригадаһы эшләй.




