Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы 999 янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең боҙолоу осрағын теркәгән

Кемероволағы “Ҡышҡы сейә” сауҙа үҙәгендәге янғындан һуң республикабыҙҙың күпләп халыҡ йыйылған урындарында янғын хәүефһеҙлеге буйынса тикшереүҙәр үтте. Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙғарылған кәңәшмәлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министырлығының БР буйынса идаралығы етәксеһе Марат Латыпов теүәл 999 хоҡуҡ боҙоу осрағы тураһында хәбәр итте.

Тикшереүҙәр ваҡытында төрлө күңелһеҙ хәлдәргә килтерер бик күп осраҡтар теркәлгән. Мәҫәлән, 34 объектта бөтөнләй янғын хаҡында иҫкәрткән сигнализация юҡ.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, сауҙа объекттарын файҙаланыуға тапшырғас ҡына түгел, төҙөгән саҡта уҡ уларҙың янғын хәүефһеҙлеген контролдә тотҡан сараларҙы ҡәтғиләштерергә өндәне.