Әсәлек капиталы бюджетҡа ҡайтарылды

Ғафури район-ара суды Пенсия фонды ғаризаһы буйынса енәйәт эшен ҡараны. Әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән ҡатын әсәлек капиталын бюджетҡа ҡайтарҙы.

Фото №1 - Әсәлек капиталы бюджетҡа ҡайтарылды

Башҡортостандың Юғары суды матбуғат-хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ҡатын ипотекаға фатир һатып алған. 2009 йылда бишенсе бала табыу сәбәпле ул Пенсия фондына әсәлек капиталын ипотека ябыу өсөн ҡулланыуға рөхсәт һорай. 2011 йылда аҡса банкка күсерелә. Әммә һуңынан асыҡланыуынса, 2010 йылдың апрелендә ҡатын әсәлек хоҡуғынан яҙҙырылған була, был турала ул хәбәр итмәгән.

Суд ҡарары буйынса ҡатындан законһыҙ рәүештә алынған 350 000 һум бюджетҡа ҡайтарылды.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ