Баш ҡалала “Өфөнөң иң яҡшы эшҡуары” конкурсы уҙғарыла. Унда кесе һәм урта эшҡуарлыҡ субъектары ҡатнаша ала.
Өфө ҡала хакимиәте хәбәр итеүенсә, еңеүселәр бер-нисә номинацияла билдәләнә. Ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы 20 марттан 25 апрелгә тиклем бирергә мөмкин.
Документтар Ибраһимов бульвары, 19 адресында ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт 273 12 45 телефон һандары буйынса.




