Аҙна яңылыҡтары. Өфөнөң 3-сө бала табыу йорто киңәйтеләсәк

Рөстәм Хәмитов медицина учреждениеһына яңы төкәтмә төҙөү кәрәклеген белдерҙе. Яңы корпус ун мең квадрат метрҙы биләйәсәк. Шулай уҡ иҫкергән биналар ҙа төҙөкләндереләсәк.

Фото №1 - Аҙна яңылыҡтары. Өфөнөң 3-сө бала табыу йорто киңәйтеләсәк

Өфөнөң 3-сө бала табыу йортонда йыл башынан алып 670, ә былтыр 4 меңдән ашыу бала донъяға килгән. Әммә һуңғы ваҡытта демографик «упҡын» барлыҡҡа килеүе һөҙөмтәһендә тыуым кимәленең кәмеүе күҙәтелә. Өҫтәүенә, 1957 йылда төҙөлгән бина бөгөн заман таптарына яуап бирмәй. Сөнки урындар етешмәү менән бер рәттән, инженер селтәрҙәре иҫкергән һәм елләтеү системаһы менән дә проблемалар бар. Иҫкергән бинаны реконструкциялау һәм яңы корпус төҙөү өсөн бер миллиард ярым һум самаһы аҡса кәрәк. Рөстәм Хәмитов төҙөлөштө быйыл башлап, 2020 йылға тамамлау кәрәклеген билдәләне.

Ғөмүмән, яҡын киләсәктә медицина өлкәһендә ҙур төҙөлөштәр көтөлә. Был эштәргә 15 миллиард һум йүнәлтеләсәк, тине Рөстәм Хәмитов илдең һаулыҡ һаҡлау министрлығы коллегияһы ултырышында. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, төбәктә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур сығымдар бүленә. Былтыр уның күләме бар сығанаҡтар иҫәбенә 60 миллиард һум тәшкил иткән. Башҡортостан башлығы әлеге ваҡытта ҡайһы бер поликлиникаларҙа ғәмәлгә ашырылған «Һаҡсыл поликлиника» проекты тураһында ла һөйләне. Был аҙнала Рөстәм Хәмитов ошондай форматта эшләүсе Өфөнөң 32-се поликлиникаһы эшмәкәрлеге менән танышты. Айырма ер менән күк араһы, тине республика етәксеһе. Үҙгәртеп ҡоролған медицина учреждениеһында яңы тормош башланған.

Авторы: Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ