Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалған 57 йәшлек ирҙе эҙләйҙәр

Рауил Абдрахмановты туғандары эҙләй. Был турала социаль селтәрҙәрҙә иғлан бирелде.

Фото №1 - Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалған 57 йәшлек ирҙе эҙләйҙәр

Благовещен районының Яңы Меңетәр ауылы йәшәүсеһе Раил Абдрахманов 10 ғинуарҙа өйөнән сығып киткән. Һуңғы тапҡыр уны Түбәнге Иҙәк һәм Яңы Меңетәр ауылдарында күргәндәр.

Юғалған ир тураһында ниндәйҙер мәғлүмәткә эйә булыусыларҙы полиция менән бәйләнешкә сығырға һорайҙар.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ