Аҙна яңылыҡтары. Кемеров шаңдауы

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтерәбеҙ, юғары технологиялы медицина булдырабыҙ, ғүмер оҙонлоғон һикһәндән дә аштырасаҡбыҙ, балалар үлемен кәметәбеҙ тип өмөтлө һүҙҙәр һөйләйбеҙ. Һуҡыр тингә лә тормай бындай белдереүҙәр, әгәр беҙ шул уҡ балаларыбыҙҙы ла яҡлай алмайбыҙ икән. 41 бала... 41 бала ут эсендә янып һәләк булды. Шул уҡ яңғырауыҡлы һүҙҙәр һөйләүсе өлкәндәр ғәмһеҙлеге арҡаһында. Уйында тик табыш, аҡса ғына булыусылар, ҡомһоҙҙар арҡаһында. Кемдер арзанға янғын хәүефһеҙлеге сараларын эшләткән, ә кемдер аҡса алып быға күҙ йомған, берәүҙәр ришүәткә ҡыҙығып файҙаланыуға рөхсәт биргән. Һөҙөмтәлә бер ғәйепһеҙ йәндәр ҡыйыла. Күпме дауам итер ошолай? Нишләп бәлә килгәс кенә ҡуҙғалабыҙ?

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина