Эрнест Яхин Рәсәй чемпионатында беренсе урын алды

Чайковскийҙа саңғы буйынса ике төр ярыш буйынса спорт форумы уҙҙы. Чемпионаттың һуңғы көнөндә 10 саҡрымға ярыш һәм К-125 трамплинынан һикереүҙәр булды. Иң яҡшы һөҙөмтәне Башҡортостан вәкиле Эрнест Яхин күрһәтте. Трамплиндан ул 140 метрға һикерҙе.

Икенсе урында Вячеслав Барков, бронза миҙалды Самир Мастиев яуланы.