Йәнәһе лә, шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлмәгән кондитерҙар тикшереү үтмәй. Билдәһеҙ шарттарҙа етештерелеп, һаҡлау, транспортлау, һатыу талаптары үтәлмәгән, сәнәғәт күләмендә етештерелмәгән ризыҡтар шикле. Санитар-эпидемиологик хәүефе лә юғары, тиелгән ведомство сайтында. Сәнәғәт күләмендә етештерелмәгән... Миңә ҡалһа, тап шул cәнәғәт күләмендә етештереү сифатты кәметә лә инде. Ә бына үҙ ҡулың менән күңелеңде һалып бешерелгән ашамлыҡтарҙың йәнһеҙ конвейерҙарҙа сыҡҡандарына ҡарағанда тәмһеҙерәк булыуына икеләнәм.
Икенсенән, бәләкәй эшҡыуарлыҡ ҡайҙа һатһын инде үҙ тауарын? Сауҙа гиганттары бер генә йүнселгә лә иркенләп һатырға форсат бирмәй. Тәүҙә шарттар булдырмай тороп нимәнелер тыйыу ҙа дөрөҫ түгелдер. Хәйер, хәл ителеүе ихтимал мәсьәләнең. Республика хөкүмәте 2020 йылға тиклем иҫәпләнгән сауҙа программаһын ҡабул итте. Унда шулай уҡ интернет сауҙаны үҫтереү юлдары ла күрһәтелгән.
Эшҡыуарлыҡта Илдар Бәхтиәров ун йыл. Хужалығы ни бары бер баш малдан башланған. Йәрмәкәй эшҡыуары мәктәптәрҙе, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын һәм балалар баҡсаларын һөттән алынған алты төрлө аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Уның продукцияһының сифаты дәүләт стандарттарына яуап бирә. Әммә ауыл етештереүсеһенә эре сауҙа нөктәләренә эләгеү еңел түгел...
Илдар Бәхтиәров, эшҡыуар: «Әммә беҙҙең тауар халыҡҡа оҡшай. Өлкән йәштәгеләргә һөт продукцияһын йорттарына ташыуҙы үҙебеҙ үк ойошторҙоҡ».
Төбәктәрҙә фермерҙарға ғына түгел, ҡеүәтле предприятиеларға ла баҙарға инеү ауыр. Сауҙа селтәрҙәренә эләгеү өсөн ҙур аҡса төртөргә тура килә. Икенсенән, урындағы ритейлерҙарҙы федераль кимәлдә эшләүселәре ҡыҫырыҡлай. Һуңғы арала ғына "Матрица", "Полушка" кеүек төбәк сауҙа селтәрҙәре бөлгөнлөккә төшөрөлөп ситтәргә һатылды. Йорт янындағы бәләкәй кибеттәр һаны 1,5 данаға кәмегән. Был төбәк өсөн бик ҙур һан. Ғөмүмән, проблемалар етерлек. Ә үҙебеҙ импортҡа алмаш тураһында һөйләйбеҙ. Хаҡ артыуға юл ҡуймау, баҙарҙы эре ритейлерҙар баҫып алыуынан һаҡлау, һатыусыларҙы ла, һатып алыусыларҙы ла уңайлы шарттар менән тәьмин итеү мәсьәләләре Хөкүмәт ултырышында ла ҡаралды. Унда Башҡортостанда 2025 йылға тиклем сауҙаны үҫтереү дәүләт программаһы раҫланды.
Программаға ярашлы, төбәктә сауҙаны үҫтереүгә 370 миллион һум аҡса бүленәсәк. Төп бурыс - бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты ҡурсалау, интернет аша һатыуҙы камиллаштырыу һәм юғары сифатлы хеҙмәтләндереүгә нигеҙләнгән сауҙаны үҫтереү.
Үҙебеҙҙең етештереүселәрҙе үҫтереүҙең бер юлы кооперативтарға берләшеү. Күмәкләгән яу ҡайтарған тигән кеүек, ҡеүәтле ойошмаларға ла сауҙаға сығыу еңелерәк. Әле республикала тәүге кооператив кибет барлыҡҡа килде лә инде. 12-ләп ауыл хужалығы предприятиеһы бергә ҡушылып Өфөнөң Нуғай ҡасабаһында тәүге магазинын асты.
Ә бына интернет аша сауҙа итеү дөйөм тауар әйләнешенең 1 процентын ғына тәшкил итә. Илдә «Алиэкспресс», «Ибей» кеүек ҡолас йәйеп һатыу итерлек виртуаль баҙарҙар юҡ. Эшҡыуарҙар бының өсөн социаль селтәрҙәрҙе генә файҙалана.
Интернет сауҙаның уңайлыҡтарын йәштәр үҙ итә. Йәшәү динамикаһы көндән-көн үҫкән заманда аҙыҡ-түлекте йортоңа килтереп биреү көн талабы , ти улар.
Ә бына өлкән йәштәгеләр күнегелгән һатыу итеү төрөнә өҫтөнлөк бирә. Һуңғы арала республикала онотола барған автолавкалар тергеҙелә. Был иһә төпкөлдәрҙә кибеттәр етмәү мәсьәләһен дә хәл итә. Әле республиканың ун районына мобиль магазиндар бүленде.
Нисек кенә булмаһын, сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү - иҡтисад үҫешен тәьмин итеүсе төп тармаҡ һанала. Ул төбәк тулайым продуктының 16 процентын биләй. Яңы ҡабул ителгән сауҙаны үҫтереү дәүләт программаһы хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү, халыҡты заман талаптарына яуап биргән сауҙа майҙандары менән тәьмин итеү, ә иң мөһиме, аҙыҡ-түлек һәм башҡа тауарҙарға хаҡ артыуына юл ҡуймауҙы маҡсат итеп ҡуя. Әммә аныҡ маҡсаттарҙан тыш, сауҙаны үҫтереүгә ҡамасаулаған төп кәртә лә бар.
Һатып алыусылар өсөн көрәш ҡаты булмаҡсы. Быйыл «Магнит» федераль сауҙа селтәренең күмәртәләп һатыу өлөшө 25 проценттан артҡан алты районда һәм Межгорье ҡалаһында был сауҙа селтәрен артабан үҫтереү тыйылған. Бындай сараларҙан һуң үҙебеҙҙең сауҙагәр ҙә иркен тын алып ҡаласаҡ.
Эре сауҙа үҙәктәре хакимлығы өҫтөнлөк иткән мөхиттә, урындағы эшҡыуарҙар өй тирәһендә бәләкәй кибеттәр аса. Унда тәү сиратта үҙебеҙҙә етештерәлгән сифатлы аҙыҡ-түлек һәм һөт продукцияһы төп линейканы биләй. Шулай уҡ интернет аша халыҡҡа сифатлы ризыҡ, ювелир изделиелары һәм этник стилдәге кейемдәр тәҡдим итеүселәр ҙә әүҙемләшә.
Сауҙаны дәүләт ярҙамы менән үҫтереү проекты иһә Башҡортостандың төпкөлөндә лә һатыу эшен әүҙемләштерер тип көтөлә.




