Өфөлә 12 йәшлек малай юғалған

Данил Кравчук 28 мартта өйөнән сығып киткән, шунан бирле уны бер кемдең дә күргәне юҡ. Был турала “РЙО “Балалар эҙләү – “Өфө” (Башҡортостан)” ирекмәндәре хәбәр итә.

Данилдың ҡылыҡһырламаһы: ябыҡ, буйы 150 см, славян ҡиәфәтле, һары сәсле, бит формаһы оҙонса.

Юғалған көндө ул һоро куртка, ҡара шапка, һоро салбар кейгән булған. Үҙе менән йәшәгән фатирының асҡысы бар.

Данил Кравчук тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булыусыларҙы 8 927 969 89 19 телефон һандары буйынса шылтыратыу һорала.