Аҙна яңылыҡтары.Әбйәлилдә сир-сырхауҙан арынам тип бөжәктәр ашайҙар

Ябай бөжәк түгел, экзотика. Ашатырһың Әбәйәлилдәрҙе ябай ҡуңыҙҙы. Ә Аргентинанан килгәнен хатта тереләй йоталар. Йәнәһе лә түшәккә йығылғанды ла аяҡҡа баҫтыра. Ярай ҙа файҙаһы булһа. Иң мөһиме зарары булмаһын. Ә быныһын инде Рәмзиә Кәримова асыҡларға тырышты.

Һөт-ҡаймағы, ите йә йомортҡаһы булмаһа ла тәрбиәһе арыуыҡ. Миңһылыу Әлибаева Аргентина ҡуңыҙҙарын бәләкәй балалай күреп ҡарай. Ем, һыу бирә, йылыла ғына тота. Бар ҡағиҙәләр үтәлгәндә бөжәктәр ҙә тиҙерәк үҫә, үрсей.

Миңһылыу Әлибаева ҡорттарҙы буштан юҡҡа ғына үрсетмәй, уларҙы ашап дауаланып та ала. Ғүмер буйы һауынсы булып эшләү эҙемтәһеҙ үтмәгән. Хужабикә 20 йылға яҡын бронхит менән ыҙалай. Хатта, аяҡтан яҙып түшәккә йығылған сағы ла була. Ул ҡара бөжәктәрҙең һаулыҡты нығытыуына, шифалы көсөнә ышана.

Ҡуңыҙҙар менән дауаланыуҙың үҙ тәртибе лә бар.Тәүҙә эре, ҡара ҡорттар һайлап алына, һоролары әлегә өлгөрөп етмәгән. Уларҙы ашауҙы берәүҙән башлап утыҙға тиклем еткерергә кәрәк. Дауалау курсы 59 көн дауам итә, ошо ваҡыт эсендә 930 бөртөк ҡуңыҙҙы йоторға тура килә. Бөжәктәр тереләй, йогурт йәки башҡа һөт ризыҡтарына ҡушып ашала. Дауаланған ваҡытта спиртлы эсемлектәр ҡулланыу, тәмәке тартыу тыйыла.

Шулай уҡ ҡортто иртән ас ҡарынға бер сынаяҡ һыуҙан һуң йоталар, артынан витамин да ашап ҡуйыу фарыз. Бөжәкме, тере дарыумы, әммә бик наҙлы, талапсан йән эйәһе. Аргентина ҡунаҡтарын ауылға Вәлимә Мөхәмәтғәлина Арҡайым ҡасабаһынан алып ҡайтҡан. Ул яҡтарҙа ҡара ҡуңыҙҙың мөғжизәһе, йәғни үлергә ятҡан кешеләрҙе терелткәнен ишеткәндән һуң. Был тылсымлы дауа ысулы бер кемде лә битараф ҡалдырмай, бөжәк менән сир-сырхауҙан арынырға теләүселәр күбәйеп тә китә. Кешеләр уның онкология сирҙәренән дә арындырыуын, ҡан баҫымын да көйләүен, тән ауырлығын кәметеүен иҫбатлай. Йәғни, мең сирҙән дауа, әйтерһең, бөжәк түгел, ә тере хазина.

Биологтар әйтеүенсә, ҡара ҡуңыҙ ҡаты ҡанатлылар төркөмөнә ҡараған бөжәк, беҙҙәге он ҡорто һымаҡ. Йәғни, уны ҡоротҡостар иҫәбенә индерергә мөмкин. Рәсәйҙә ул тәбиғәттә осрамай, бары тик лабораторияларҙа тәжрибә өсөн ҡулланыла. Сөнки талымһыҙ, тиҙ үрсей.

Табиптар фекеренсә, бөжәк мең сирҙән дауалай тип иҫәпләү хата. Сөнки онкология, йөрәк-ҡан ауырыуҙарынан ҡуңыҙ бер нисек тә дауалай алмай. Ҡортҡа ышанып йөрөп яҡты донъя менән хушлашырға ла була. Дөрөҫ, зыяны ла юҡ. Эстә үрсей тигәне лә имеш-мимеш, ул ашҡаҙанға эләгеү менән тонсоға. Бөжәккә күгәргән ярма йәки боҙолған ризыҡ ашатҡанда ғына кеше ағыуланырға мөмкин. Файҙаһына килгәндә, ҡаты ҡанатлы ҡорттар хетиндан тора. Шул уҡ колорадо ҡуңыҙы һымаҡ. Ә хетин организмды зыянлы матдәләрҙән таҙарта. Кешенең хәле яҡшырыуы ла ошонан. Хетин медицинала яраларҙы уңалтыу, бөтәштереү өсөн дә ҡулланыла. Медицина фәндәре докторы Тәлғәт Зөлҡәрнәев әйтеүенсә, кешенең ышаныу көсө лә мөғжизә тыуҙырырға һәләтле.

Халыҡтың ҡуңыҙ менән дауаланыуға тиклем барып етеүен аңларға мөмкин. Яман шештән ҡотҡара тигән тылсымлы һүҙ генә лә теләһә нәмәне ашарға мәжбүр итәсәк. Сөнки әлеге заманда онкология еле ҡағылмаған ғаиләләр һирәк. Яман шеш - заман афәте. Ә төпкөлдәрҙә тулы медицина тикшереүе үтеү еңел түгел. Табипҡа яҙылыу, эләгеү, анализдар биреү өсөн юл ғазабын да кисерергә, сират күперен дә үтергә, кеҫәңде йоҡартырға ла тура килә.

Авторы: Рәмзиә Кәримова