Өфөлә өс машина ҡатнашлығында авария, йәрәхәтләнеүсе бар

Хәл-ваҡиға Үҙәк урамда теркәлә. Аварияла ике еңел машина һәм бер йөк машинаһы ҡатнаша.

Фото №1 - Өфөлә өс машина ҡатнашлығында авария, йәрәхәтләнеүсе бар

“Юл патруле” хәбәр итеүенсә, “Фольксваген” автомобиле һул яҡҡа боролорға әҙерләнгәндә уға “Хюндай” автомобиле килеп төкөлә. Бәрелештән һуң “Хюндай” ҡаҡлыҡып китеп “Митсубиши” йөк машинаһына бәрелә. .

Һөҙөмтәлә “Фольксваген” автомобиле пассажиры йәрәхәттәр ала. Фажиғә шарттары асыҡлана.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ