Донъя яңылыҡтары - 01.04.2018

Былтыр Рәсәй Президенты ҡул ҡуйған федераль законға ярашлы, медицина тикшереүенән һуң әрмегә бармай ҡалған 27 йәшен тултырмаған граждандар хәрби хеҙмәткә алына. Рәсәй Ҡораллы Көстәре Генераль-штабының Баш ойоштороу-мобилизация идаралығы етәксеһе Евгений Бурдинский фекеренсә, һуңғы йылдарҙа әрмегә саҡырылыусылар һаны кәмей. Әгәр ҙә былтыр 142 мең рәсәйле гражданлыҡ бурысын үтәһә, быйыл ул 128 мең тәшкил итә. Күп өлөштө контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр биләй.

Фото №1 - Донъя яңылыҡтары - 01.04.2018

ХХХ

«Үлем менән ҡайҙа сауҙа итәләр, хәбәр ит!» Өфө мәғариф учреждениеларында аноним хәбәрҙәр өсөн махсус йәшниктәр урынлаштырылды. Ошо рәүешле хоҡуҡ һағындағылар уҡыусыларҙы Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылырға саҡыра. Профилактик сарала теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн ҡулға ҡағыҙ-ҡәләм алып үлем менән сауҙа иткән урынды теркәү кәрәк. Барыһы ла аноним рәүештә башҡарыла.

ХХХ

Стәрлетамаҡтағы идарасы компания етәкселеге түләүҙәрҙәге хаталарҙа 20 миллион һум аҡса үҙләштергән. Полиция мәғлүмәттәре буйынса, ойошма балансында күп фатирлы 58 йорт иҫәпләнгән. 2013 йылда тәьмин ителгән йылылыҡ энергияһын экономиялау иҫәбенә 20 миллион һум самаһы аҡса артыҡ ҡалған. Әммә компания директоры бар аҡсаны үҙ кеҫәһенә һалған. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

ХХХ

Рәсәй Тәфтиш комитеты етәксеһе Александр Бастрыкин Өфөнөң Шота Руставели урамындағы 70 кәсер 7 адресы буйынса урынлашҡан авария хәлендәге баракка бәйле хәлде тикшерегә ҡушты. Федераль каналда, шул иҫәптән республиканың төп телевидениеһы эфирында сыҡҡан яҙманан һуң, үҙәк аппарат етәкселеге ҡыҙыҡһыныу белдергән. Халыҡ йылдар буйы йорттарын авария хәлендә тип таныуҙы талап итә. Былтыр хатта, улар ил башлығына рэп стилендә йыр яҙып мөрәжәғәт иткән.

ХХХ

Аҙыҡ-түлектең файҙалы булыуын хәҙер махсус келәймә аша танырға мөмкин. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 2018 йыл аҙағына тиклем файҙалы аҙыҡ-түлекте ирекле маркировкалау программаһын ғәмәлгә индерә. Ведомствоның ошондай билдәләрҙе урынлаштырыу концепцияһы хөкүмәттә хуплау тапҡан. Файҙалы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүселәр йыл аҙағына тиклем тауарға сәләмәт йәшәү рәүеше эмблемаһын йәбештерә ала. Бындай саралар илдә һимереү кимәлен кәметергә булышлыҡ итергә тейеш, тип иҫәпләй ведомство.

ХХХ

Ә Абхазияла ауыл хужалығына зыян килтереүсе ҡандалалар үрсегән. Әле республикала фитосанитар хәл айырыуса киҫкен тора. Ҡоротҡостарҙың таралыуына юл ҡуймау маҡсатында Рәсәйҙең ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте 2 апрелдән был илдән үҫемлек продукцияларын индереүҙе тыйҙы. «Ҡара исемлек»кә емеш-еләк, йәшелсә һәм сәтләүек индерелгән.

ХХХ

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы «Ирәмәл» паркында ҡаргиҙәрҙә йөрөргә рөхсәт бирергәме тигән һорау буйынса тауыш биреү ойоштора. Февраль аҙағында прокуратура тарафынан айырыуса һаҡланған биләмәлә механик транспорт сараһында йөрөүҙе тыйыу тураһында ҡарар сығарылғайны. Был йәмәғәтселектә ҙур бәхәс тыуҙырҙы. Сөнки Ирәмәл туристарҙың яратҡан урыны. Улар араһында балалар ҙа, оло йәштәгеләр ҙә, мөмкинлеге сикләнгән кешеләр ҙә күп.

Авторы: Азат Ғәлиуллин

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ