Башҡортостанда +8 градусҡа тиклем йылытасаҡ

Башгидромет үҙәге мәғлүмәте буйынса, иртәгә, 3 апрелдә, республикала һәм Өфөлә көндөң йылыныуы көтөлә. Төнөн термометр билдәһе -10 градусҡаса түбәнәйә.

Һауа торошоноң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Айырым юл участкаларында томан төшөүе ихтимал.