Өфөлә рейстағы маршрут автобусы янып киткән

Хәл-ваҡиға бөгөн, 2 апрелдә, СССР-ҙың 50 йыл урамында теркәлә.

Шаһиттар хәбәр итеүенсә, “Июнь” сауҙа үҙәге янынан үтеп барған пассажир автобусында ут сыға. Транспорт водителе янған моторҙы сепрәк менән һүндереп маташа, әммә килеп сыҡмай. Уға ут һүндергес менән икенсе водитель ярҙамға килә. Автобус тулыһынса янып китмәҫ борон утты һүндереп өлгөрәләр.

Пассажирҙарҙан зыян күреүселәр юҡ. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.