Был турала Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов илдең һаулыҡ һаҡлау министрлығы коллегияһында ултырышында белдерҙе.
Кәңәшмәлә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец, илдең һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова, Федерация советы ағзалары, депутаттар, ҡайһы бер субъекттар етәкселәре ҡатнашты. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, төбәктә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур сығымдар бүленә. Былтыр уның күләме бар сығанаҡтар иҫәбенә 60 миллиард һум тәшкил иткән. Быйыл финанстар тағы ла 8 миллиард ярым һумға артыр тип көтөлә. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә йүнәлтелгән сығымдар өлөшө буйынса Башҡортостан илдең тәүге ун төбәге һәм Волга буйы федераль округында Ульяновск өлкәһе менән беренсе урынды бүлешә. Республика етәксеһе ауылдарҙа фельдшер-акушер пунктарының күпләп төҙөлөүен дә билдәләне. Әҙер блоктарҙы йыйыу өсөн иң күбе бер аҙна ваҡыт талап ителә һәм һигеҙенсе көнөнә табиптар ауырыуҙарҙы ҡабул итә башлай ҙа инде, тине Рөстәм Хәмитов. Бынан тыш, Башҡортостанда медицина фәне үҫешә, яңы технологиялар индерелә.
Башҡортостан башлығы әлеге ваҡытта ҡайһы бер поликлиникаларҙа ғәмәлгә ашырылған "Һаҡсыл поликлиника" проекты тураһында ла һөйләне. Был аҙнала Рөстәм Хәмитов ошондай форматта эшләүсе Өфөнөң 32-се поликлиникаһы эшмәкәрлеге менән танышты. Айырма ер менән күк араһы, тине республика етәксеһе. Үҙгәртеп ҡоролған медицина учреждениеһында яңы тормош башланған. Бар ерҙә лә бөхтәлек, сират юҡҡа сыҡҡан. Уңайлыҡтарҙан пациенттар бик тә ҡәнәғәт. Проектың хаҡы 2 миллион һум.




