2 апрелдән 8 майға тиклем праймеризда ҡатнашырға теләүселәрҙән ғаризалар ҡабул ителәсәк. Бөтә Рәсәй буйынса алдан тауыш биреү көнө 3 июнгә тәғәйенләнгән. Унан алда кандидаттар тәҡдим иткән программа буйынса фекер алышыуҙарҙа, йәғни, дебаттарҙа ҡатнашырға тейеш буласаҡ. «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы секретары, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев фекеренсә, әле партияның һайлау алды программаһын әҙерләү мөһим, унда халыҡ өсөн көнүҙәк башланғыстарҙы индереү мөһим. Шуға ла праймеризда киң ҡатлам йәмәғәтселектең ҡатнашыуын тәьмин итеү бурысы ҡуйыла.




