Немецтар Өфөлә, әлегә студенттар ғына

Ауыл хужалығы предприятиеларының эшмәкәрлеге һәм органик аҙыҡ-түлек етештереү тәжрибәһен үҙләштереү маҡсатында Германиянан бер төркөм йәштәр Башҡортостанға килде.

Матиас Мюллер Бавария федераль еренән. Уның атаһы фермер. Экологик яҡтан таҙа, органик аҙыҡ-түлек етештерә. Матиас әле Вайлхайм уҡытыу үҙәгендә белем ала. Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү серҙәрен үҙләштергәндән һуң ғаилә хужалығында эш башлаясаҡ. Һауа шарттары сағыштырмаса һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостанға ул, Бавария немецтарының милли кейемендә килгән.

Матиас Мюллер, фермер курстарында белем алыусы: «Һыуыҡ булһа ла милли кейемдә бик уңайлы. Бынан тыш, был кейем сит илдә үҙеңде алыҫтағы Ватаныңдың бер өлөшө итеп тойоу мөмкинлеге бирә».

Германиянан килгән фермер балаларына Башҡорт дәүләт аграр университетында экскурсия ойошторолдо. Ауыл хужалығы өсөн белгестәр әҙерләүсе Рәсәйҙең иң алдынғы 10 юғары уҡыу йорто исемлегенә ингән белем биреү үҙәге йәштәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Франциска Штайнер, Вайлхайм уҡытыу үҙәге уҡытыусыһы: «Башҡортостан менән Рәсәйҙән айырмалы рәүештә Германияла ауыл хужалығы бәләкәй ғаилә хужалыҡтары иҫәбенә үҫешә. Шуға ла беҙгә һеҙҙәге кеүек эре предприятиеларҙа органик аҙыҡ-түлек етештереү тәжрибәһе ҡыҙыҡһындыра. Әлбиттә, сәфәр барышында уҡыу йорттары араһында хеҙмәттәшлек буйынса яңы проекттарға нигеҙ һалыныр тип өмөтләнәм».

Германия йәштәре өсөн Башҡортостан осраҡлы ғына һайланмаған. Республика экологик яҡтан таҙа, органик аҙыҡ-түлек етештереү буйынса ярайһы уҡ бай тәжрибә туплаған төбәк.

Ләлә Дәүләтбаева, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары: «Башҡортостан органик ер эшкәртеү буйынса тәжрибә майҙансығы итеп һайлап алынған. Был һис кенә лә осраҡлы түгел. Республикала был йүнәлеш буйынса байтаҡ закондар ҡабул ителгән. Экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек етештереүсе бер төркөм фермерҙарыбыҙ ҙа бар. Киләсәктә беҙ органик ер эшкәртеү буйынса хеҙмәттәшлекте артабан киңәйтергә ниәтебеҙ бар».

Германия йәштәре Башҡортостан фермерҙары менән дә осрашты. Фекер алышыу барышында органик аҙыҡ-түлек етештереү өлкәһендә ике илдең дә тәжрибәһен үҙләштереү маҡсат итеп ҡуйылды.

Авторы: Рафиҡ Әхмәтшин