Һуңғы арала һуғыш яланында ятып ҡалған өс тиҫтәгә яҡын яҡташыбыҙҙың ерләнгән урыны асыҡланған.
Әбйәлил районының Мәхмүт ауылынан Бикбай Насирйәнов һуғышта хәбәрһеҙ юғалған олатаһы хаҡында ишетеп кенә белә. Нуғаман Хәбит улы фронтҡа 1942 йылда, 40 йәшлек сағында алына. Рядовой Насирйәнов Брянск фронтының 287 уҡсылар дивизияһында һуғыша. Бер йыл да үтмәй ғаилә ҡара ҡағыҙ ала. Әммә улар былтырға тиклем яу ҡаһарманының һуңғы төйәген белмәй. Бикбай Насирйәнов алдына олатаһының ҡайҙа ерләнгәнен асыҡлау маҡсатын ҡуя һәм "Үлемһеҙ полк" отряды менән бәйләнешкә сыға. Ул эҙәрмәндәр ярҙамында олатаһының Тула өлкәһе Полтево ауылы янындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнеүен асыҡлай. Бикбай Насирйәнов киләсәктә унда барырға ла ниәтләй. Әле иһә ул яҡташтарыбыҙға билдәһеҙ юғалған яу ҡаһармандарының һуңғы төйәген эҙләргә ярҙам итә. Бикбай хәҙер «Үлемһеҙ полк» отрядының Башҡортостандағы ирекмәне булып тора. Мөрәжәғәт итеүселәр бик күп. Бөйөк Еңеүгә 73 йыл тулһа ла күп яугирҙарҙың ҡәберҙәре әлегәсә билдәһеҙ, ти ул.




