Башгидромет үҙәге хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда 1970 йылдан алып марттың бындай һыуыҡ булғаны юҡ.
Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, үткән айҙа уртаса һауа температураһы норманан 3,3˚ түбән булған.
Апрель иһә йылы булырға ниәтләй. 3 һәм 4 апрелдә һауа температураһы +3...+9 градусҡа күтәреләсәк, төнөн -5˚,-9˚.
Кесаҙна, 5 апрель, һауа температураһының +6˚ булыуы, урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә.




