Баш ҡалала Республика Башлығы ҡарамағындағы тәбиғи монополия эшмәкәрлеген күҙәтеү буйынса йәмәғәт советы ултырышы үтте

Унда үткән йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалып, киләсәккә саралар планы раҫланды. Тармаҡ-ара совет бынан өс йыл элек Республика башлығы Указы нигеҙендә ойошторола. Ул йәмәғәт контроле аша электр энергияһы, йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеү ойошмаларының инвест программалары үтәлешен күҙәтә. Шулай уҡ тарифтар сәйәсәтен контролдә тотоу, ҡулланыусылар мәнфәғәтен яҡлау ҙа совет ағзалары ҡарамағында.

Фото №1 - Баш ҡалала Республика Башлығы ҡарамағындағы тәбиғи монополия эшмәкәрлеген күҙәтеү буйынса йәмәғәт советы ултырышы үтте

Анатолий Дубовский, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы буйынса төбәк йәмәғәт контроле үҙәге етәксеһе: «Үҙәктең өс йыллыҡ эшмәкәрлеге осоронда беҙ былтыр инвестиция программаларын барланыҡ. Уларҙың эшмәкәрлеге менән танышып, ентекле өйрәнгәндән һуң саралар планы ҡабул ителде. Ә быйыл уларҙы тормошҡа ашырыу юлдарын контролгә аласаҡбыҙ».

Авторы: Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ